Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индерҙе. Документҡа президент Владимир Путин ҡул ҡуйған. Уға ярашлы, фажиғәләрҙә зыян күргән хеҙмәткәрҙәргә отпускаға сыҡҡанда бер көн түләүле һәм 5 көнгә тиклем түләүһеҙ ял бирелергә тейеш. Ҡанун 1 сентябрҙә көсөнә инә.