Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев бында йәшәүселәр менән осрашты. “Һәр мөрәжәғәт айырым ҡарала. Эште тиҙ арала ойоштороу өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны булдырылды. Уның һандары: +7 (347) 229-04-00. Уңайлы булһын өсөн Берҙәм ҡабул итеү үҙәге ойошторорға мөмкин. Унда халыҡ Тәфтиш органдары белгестәре менән кәңәшләшә ала. Был хаҡта өҫтәмә мәғлүмәт бирелер. Бөтә хеҙмәттәр һөҙөмтәле эш башҡарыуға көйләнгән”, - тине баш ҡала етәксеһе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 апрелдә пилотһыҙ осҡос Өфөнөң Ғафури урамындағы күп ҡатлы торлаҡ йортҡа килеп бәрелде. Йәрәхәт алыусылар һәм һәләк булыусылар юҡ.