Республикала 2 май Хәтер һәм хөрмәт көнө була

Был көн Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Указы буйынса үткәрелә. Халыҡ зыяраттарҙы тәртипкә килтерә, өмәләр уҙғара. Баш ҡалала зыяраттарға барыу өсөн өҫтәмә автобустар бүленә, полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре дежур итә. Хакимиәт башлыҡтары сүп-сар туплау урынын билдәләргә тейеш.