Өфөләге Актерҙар йорто Артистар йорто тип үҙгәртелә

Ул мәҙәниәт һәм мәғариф үҙәгенә  әүерелә. Был турала Мәҙәниәт министрлығы коллегияһы ултырышында хәбәр ителде. Рәсәйҙә 11 актерҙар йорто төҙөкләндерелә, уларҙың матди-техник  базаһы  яңыртыла. - Күптән түгел был учреждениеларҙы  Артистар йорто тип үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Рәсәй театр эгшмәкәрҙәре берлеге музыканттар, эстрада  артистары  һәм хореографтар өсөн дә ишектәрен аса, - тип белдерелде. Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре берлеге нең актерҙар йортонда 6 театр коллективы эшләй.