Әле ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу, баҫыуҙарҙы тырматыу бара. Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Йәрмәкәй һәм Ҡырмыҫҡалы хужалыҡтары әүҙемлек күрһәтә. Баҫыу эштәре планлы алып барыла, тупраҡ әҙерлегенә һәм көндәр йылыныуына ҡарап йәнләнәсәк, тип белдерәләр Ауыл хужалығы министрлығынан.