Уҙған тәүлектә һыу баҫыуға бәйле 13 хәбәр ҡабул ителгән

Республиканың 8 районында 9 юл участкаһында транспорт хәрәкәте сикләнгән. Баҡалы, Бишбүләк һәм Ҡалтасы райондарында 3 күпер һыу аҫтында ҡала. Баш ҡала тирәһендәге баҡсаларҙа 50-ләп ихатаға һыу сыҡҡан. Йылғаның иң тиҙ күтәрелеү нөктәһе Өфө йылғаһында теркәлгән. Шаҡша тирәһендә уның кимәле бер тәүлектә 24 сантиметрға артҡан.

Ағиҙелдең өҫкө яғында һыу кимәле тотороҡланды. Оҙаҡламай ул кәмей башлаясаҡ. Ә бына урта һәм түбәнге өлөшөндә, шулай уҡ Өфө йылғаһында ла ташҡын көсәйә генә. Ҙур һыуҙың иң көслө мәле 8 апрелдән алып ун бишенә тиклем көтөлә. Ямғырҙарға бәйле һыуҙың ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡапыл күтәрелеүе лә фаразлана.

Данил Шәрәфетдинов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары