Һауа торошо боҙолоуға бәйле, Белорет районында көндөҙгө 12 нән алып транспорт хәрәкәте сикләнде. Таулы райондарҙа ҡар яуа һәм көслө ел сыҡҡан. Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлында бөтә төр транспортҡа ла йөрөү ваҡытлыса тыйылды. Юлдарҙың асылыуы тураһында өҫтәмә хәбәр итәсәктәр.