Халыҡ фронты ағзалары Ҡырмыҫҡалы районындағы Ҡыйышҡы күлендә балыҡтар ҡырылыуына яҡындағы септиктың да сәбәпсе булыуы ихтимал, тип белдерә. Йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре балыҡсылыҡты һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәттәренә тикшереү үткәреүҙе һорап мөрәжәғәт ебәргән. Һыу ятҡылығында балыҡтарҙың ҡырылыуы тураһында аҙна башында билдәле булды. Урындағы халыҡ төшөргән видео социаль селтәрҙәрҙә таралғас та, тТәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре күлгә барып анализдар алды. Ваҡ балыҡтарҙың ҡырылыуы боҙ аҫтында һауа етмәүенә бәйле, тип билдәләнде. Халыҡ фронты ағзалары иһә яр буйындағы шамболарҙың да үҙ өлөшөн индереүе ихтимал, тигән фаразда.