Радий Хәбиров халыҡ-ара бәйләнештәр индексы буйынса өсөнсө урында

Радий Хәбиров мартта төбәк башлыҡтарының халыҡ-ара бәйләнештәр тығыҙлығы буйынса «Минченко консалтинг» индексында өсөнсө урынды яуланы. Республика башлығы юғары балдарҙы Абхазия йүнәлешендәге әүҙем эшмәкәрлеге өсөн алған. Өфөгә дуҫ республиканың Премьер-министры Владимир Дельба етәкселегендә делегация килде. Яҡтар туризм, социаль-мәҙәни һәм сауҙа-иҡтисади өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килеште. Радий Хәбиров өсөн Абхазия тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүҙә өҫтөнлөклө йүнәлеш. Өфөлә Ағиҙел ярында Сухум колоннадаһының күсермәһе барлыҡҡа килеүе, «Башҡорт-Абхаз оҙон ғүмерлелеге» программаһының тормошҡа ашырылыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Май башында ике республиканы тоташтырыусы тура авиарейс барлыҡҡа киләсәк.