Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң, Өфөнән бер төркөм яугирҙар йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Ир-егеттәрҙе оҙатыу тантанаһында уларҙың ғаилә ағзалары, туғандары һәм дуҫтары ҡатнашты. Ике аҙна эсендә егеттәр ғаиләләре менән ял итергә һәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә лә өлгөргән. Сығыш яһаусылар яугирҙарҙың Еңеү менән, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Яҡташтарыбыҙ тәғәйен урынға республика етәкселеге бүлгән уңайлы автобустарҙа барып етәсәк.