Яҡташтарға кәлимә һүҙ. Баймаҡта Зекәриә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Таңсулпан Ғарипованың ете томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығының исем туйын ойошторҙо. Ижади осрашыу автор менән яҡташтар араһындағы рухи бәйләнештәрҙе артабан нығытты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Күренекле прозаик, драматург, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Таңсулпан Ғарипова бөтә ғүмерен халҡына, республикаһына хеҙмәт итеүгә арнай. Уның ижадҡа аяҡ баҫыуына 40 йылдан ашыу ваҡыт уҙған. 1982 йылда «Ялан сейәһе» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы сыҡһа, ә инде «Бөйрәкәй» роман-эпопеяһы башҡорт әҙәбиәтенең классикаһына әйләнә.
Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәре хәҙер тулыһынса 7 томда баҫтырылған. «Аҡ тирәк» хикәйәләре һәм драмаһы ингән беренсе том 2017 йылда, ә 7-се китабы 2025 йылдың декабрендә донъя күрә. Уның әҫәрҙәре стиль үҙенсәлеге, халыҡ теле, һүрәтләү сараларының байлығы менән айырылып тора.
Башҡорт әҙәбиәтенең маһир, көслө рухлы, күренекле шәхестәренең береһе-Таңсулпан Ғарипованы яҡташтары ҡәҙерләй һәм хөрмәтләй. Уның исемен мәңгелләштереү йәһәтенән Түбә ауылында кабинет-музей булдырылды. Күсей мәктәбендә эшләп килгән музейҙа ла ауылдың Почетлы гражданы хаҡында бик бай мәғлүмәттәр урын алған.