Йылайыр районында пилотһыҙ осоу аппараты менән эш иткән йәш операторҙарҙың асыҡ ярышы үтте

Сара Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжындағы Пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыуға индереү буйынса белгестәр әҙерләү ғәмәли үҙәге ярҙамында ойошторолған. Ярышта ҡатнашыусы командалар бәләкәй габаритлы осоу аппараттарына идара итеү буйынса белемен күрһәтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Башҡа бәйгеләрҙән айырмалы, тиҙлектә уҙышыу ғына етмәй. Дрон операторҙары ҡатмарлы күнекмәләр, ҡаршылыҡтар һыҙаты үтә. Күпселек операторҙарғар өсөн был беренсе ярыш. Шуға ҡарамаҫтан, дрондар уҙышы көсөргәнешле барҙы. Кемдер еңеүгә ынтылһа, икенселәр тәжрибә алырға ашыҡты.

Уҙыштан һуң осоштарҙы тикшереү һәм дрондар тураһында ентекле әңгәмә. Йәштәргә пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында башҡарылған эштәр тураһында һөйләнеләр.

Агродрон мәҫәлән, баҫыуҙарҙы ҡый үләндәренән, ҡоротҡостарҙан һаҡлау маҡсатында файҙаланыла. Ярыш сиктәрендә ошо һәм башҡа һорауҙар түңәрәк өҫтәл барышында күтәрелде. Ойоштороусылар пилотһыҙ осоу аппараты эштең иҡтисади яҡтан файҙаһы, үҫеш мөмкинлектәрен билдәләй.

Республиканың урта һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыу программаларына БПЛА операторҙарын әҙерләү буйынса әүҙем эш алып бара. Бындай белгестәргә хәҙер илдең Ҡораллы Көстәрендә генә түгел, башҡа тармаҡтарҙа, шул иҫәптән ауыл хужалығында ла ихтыяж ҙур. Шуға ла заман һөнәре бөгөн ҙур һорау менән файҙаныла.

Азат Ғәлиуллин