Октябрьский фермерҙары бикре үрсетеү буйынса яңы проект башлаған

Республиканың фермер хужалыҡтары башлыса ҡортсолоҡ, малсылыҡ, үҫемселек тармағы менән билдәле. Ә динозаврҙар дәүеренән беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған бикре балығын үрсетергә йөрьәт итеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Тәү ҡарашҡа мәшәҡәтле тойолһа ла бикре үрсетеү бик мауыҡтырғыс эш. «Батша балығын» үрсетеү серен беҙҙең ижади төркмө дә өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Экрандағы монтиторҙар бассейндарҙа бикреләрҙең торошон, бүлмәләге һауа темпетарураһын даими күҙәтеп тороу мөмкинлеген бирә. Фермала балыҡ үрсетеү процессы тулыһынса автоматлаштырылған. Һыу тәьминәте ябыҡ циклда башҡарыла. Даими таҙартыла һәм кислород менән байытыла. Балыҡтарҙың йәшенә, ҙурлығына ҡарап ризыҡ миҡдары һәм ашатыу ваҡыты ла махсус график буйынса башҡарыла.

Балыҡ үрсетеү предприятиеһының төп үҙенсәлеге- инә балыҡтарҙан йылдың төрлө миҙгелендә ыуылдырыҡ һауып алыу мөмкинлегендә. Бының өсөн бассейндарҙа һыу темпетартураһы үҙгәртелә. Ул йылыраҡ булған һайын инә балыҡтар тиҙерәк өлгөрә, ти белгестәр.Был улаҡтарҙың береһендә инә, ә икесеһендә ата балыҡтар. Инә балыҡтарға махсус иньекция яһап ыуылдырыҡ һауып алалар.

Башҡортостан өсөн һирәк кәсеп бикре үрсетеү-сифат һәм экология тураһында хәстәрлек күреү мөмкинлеге лә.Бикре итендә зарарлы ҡорттар һәм сир юҡ. Тотороҡло ижтыяж һәм сағыштырмаса түбән конкуренция балыҡты үрсетеүҙе ысын мәғәнәһендә перспективалы һәм табышлы шөғөл кимәленә күтәрә.

Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе фермерҙар Йәрмәкәй һыуһаҡлағысы биләмәһендә лә бикре фермаһын булдырған. Киләсәктә улар дәүләт ярҙамы менән яңы ҡорамалдар алып, артабан да ныҡлы үҫешергә иҫәп тота.

Бикре үрсетеү һатып алыусылар өсөн сифатлы һәм тәмле ит менән тәьмин итеү тигән һүҙ. Бикре балығы омега майҙарына һәм аҡһымға бай, кеше организмында еңел үҙләштерелә, ә хужаларына иһә ярайһы ғына килем алыу мөмкинлеген дә бирә.

Гүзәл Борханова