Милли рух һағындағы балалар баҡсаһы. Баймаҡ ҡалаһының «Толпар» балалар баҡсаһы сабыйҙарға тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырған, тимәк киләсәк быуындың халҡыбыҙ асылын һаҡлап ҡалыуына ышаныс бар.
Баймаҡ ҡалаһының «Толпар» мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы иң йәш балалар баҡсаһы. Ул 2014-се йылда үҙ ишектәрен аса. 150 урынға иҫәпләнгән баҡсала 6 төркөм эшләй. Баҡсала булдырылған музей, китапхана сабыйҙарға тирә-йүнде танып-белергә өйрәтә, халҡыбыҙҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уята.
«Толпар»ҙа тәрбиәләнеүсе сабыйҙарҙың һәр яҡлап үҫеше өсөн тәжрибәле, үҙ эшен яратып башҡарған 16 педагог һәм 14 хеҙмәткәр күп көс һәм ихласлыҡ һала. Балалар баҡсаһында «Башҡорт халыҡ традицияларына нигеҙләнеп, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа сәләмәт тормош рәүеше тәрбиәләү» тип аталған тәжрибә майҙансығы булдырылған.
«Толпар» балалар баҡсаһы ҡаланың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Хеҙмәткәрҙәр, ата-әсәләр менән берлектә махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам әҙерләп оҙата, батырлыҡ дәрестәре үтә. «Толпар» үҙ традицияларын һаҡлап, һәр сабыйға иғтибар бүлеп, заманса йәмғиәт талаптарына яуап биргән ижади һәләтле кескәйҙәр үҫтереүгә ынтыла.