Өфөлә Байрас Абдуллиндың хәтер кисәһе үтте

Өфөлә композитор, педагог Байрас Абдуллиндың хәтер кисәһе үтте. Сара Байрас Фуат улы оҙаҡ йылдар эшләгән Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында ойошторолдо.

Байрас Абдуллин тынлы оркестр дирижеры, подполковник, композитор, бер нисә быуын музыканттар тәрбиәләгән тәжрибәле педагог. Уның бар ғүмере моң донъяһы менән бәйле. Сарала ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Байрас Фуат улының көйҙәре йөрәк түренән сығыуы менән айырылып тора. Шуға был моңдар күңелгә үтеп инә һәм йылдар үтһә лә онотолмай. Хәтер кисәһендә Байрас Абдуллиндың йырҙарын уның уҡыусылары-билдәле сәхнә оҫталары башҡарҙы. Сарала композиторҙың яҡындары ла ҡатнашты.