Иглин районында ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса ауыл спорт уйындарының финалы башланды. Ярышта республиканың төрлө райондарынан 15 команда ҡатнаша. Улар барыһы ла муниципаль этап еңеүселәре. Йәрәбә буйынса беренсе булып майҙанға Кушнаренко һәм Асҡын районының йыйылма командалары сыҡты. Беренсе осрашыу кушнаренколар файҙаһына, 2:0 иҫәбе менән тамамланды. Финал уйындары өс көн дауамында ике спорт майҙансығында үтәсәк.