Экспозиция СССР-ҙың еңел атлектика буйынса спорт мастеры Фәйзулла Абдрафиҡовтың 65 йәшлек юбилейы уңайынан булдырылған. Күргәҙмә уның ҡаҙаныштары һәм 1970-2000 йылдарҙа Өфөлә еңел атлетика үҫеше тураһында һөйләй. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары спортсының уникаль фотоларын, шәхси әйберҙәрен һәм наградалары менән таныша ала. Легендар фотохәбәрсе Анатолий Виноградовтың фотоһүрәттәре айырым атмосфера тыуҙыра. Күргәҙмә июнь башына тиклем эшләйәсәк.