Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 7 юл участкаһында хәрәкәт сикләнгән, 3 районда күпер өҫтөнә һыу сыҡҡан. 54 баҡсасылыҡ ширҡәтенә һыу ингән, йорттарҙы һыу баҫыу осраҡтары теркәлмәгән. 11 муниципалитетта хәл контролгә тотола. Һуңғы тәүлектә Стәрлетамаҡ янында Стәрле йылғаһы -58, Дәүләкән районында Ҡамсылытамаҡ ауылы эргәһендә Өршәк йылғаһы 33 сантиметрға күтәрелгән, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел йылғаһы 11 сантиметрға кәмегән.