Республика премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ағаһы вафатына бәйле ҡайғы уртаҡлашты. “Яныңда булған, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған кешеңде юғалтыуы бик ауыр. Ата-әсәйегеҙ гүр эйәһе булғас, ағайығыҙ берҙән-бер яҡын, тыуған кешегеҙ ине. Һеҙҙең ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, хөрмәтле Радий Фәрит улы. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға түҙемлек, сабырлыҡ теләйем. Ришат Хәбировтың яҡты иҫтәлеге мәңге хәтерҙә”-тине Андрей Назаров. Ришат Хәбиров 68 йәшендә юл-транспорт ваҡиғаһына бәйле һәләк булды.