Унда онлайн һәм офлайн ҡатнашырға, агродиктант нөктә рф сайтында теркәлергә мөмкин. Тармаҡ белгестәре, фермерҙар, студенттар, ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһынған һәр кем белемен тикшереп ҡарай ала. Тупраҡ эшкәртеү, баҫыусылыҡ, балыҡсылыҡ, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, экспорт, ауыл хужалығы техникаһы һәм башҡа өлкәләр буйынса 30 һорау әҙерләнә. Уҙған йыл Башҡортостанда 16 меңдән ашыу кеше агродиктант яҙҙы. Быйыл сара 26 майҙан 30-ына тиклем ойошторола.