Экспозиция Археология һәм этнография музейына ҡуйыла. Ул Башҡортостанда билдәләнгән Милли кейем көнөнә арнала. Проект музейҙың 50 йыллығына бағышланған саралар исемлегенә инә. Ейәнсура районынан килтерелгән елән - күргәҙмәләге үҙенсәлекле ҡомартҡыларҙың береһе. Этнологик тикшеренеүҙәр институты белгестәре уны 2024 йылда ялан экспедицияһы барышында таба. Күргәҙмә 15 апрелдә асыла, 1 октябргә тиклем дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Роспатент “Башҡорт милли кейемдәре” географик күрһәтмәһен теркәне. Башҡортостанда 2020 йылдан алып Милли кейем көнө үткәрелә. Ул апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.