Мәсетле районында Әй йылғаһы аша күпер ремонтлана

Оло Ыҡтамаҡ ауылы янында  эштәр дауам итә. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был күперҙән көн һайын  3 мең ярымға тиклем машина үтә. Ремонт барышында хәрәкәт бер һыҙаттан башҡарыла, автомобилдәр йөрөшөн светофорҙар көйләй. Күперҙе йыл аҙағына тиклем төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған.