Быйыл Рәсәй мәктәптәрендә сығарылыш кисәләрен 27 июндә уҙғарыу тәҡдим ителә

Мәғариф  министры Сергей  Кравцов  шулай  тип белдерҙе. Был мотлаҡ үтәлергә тейешле фарман түгел, тәҡдим генә. Күптән түгел Өфөлә Һуңғы ҡыңғырыу көнө билдәле булды. Уҡыусылар мәктәп менән 26 майҙа хушлаша.