Йәнә лә ил һағына, алғы һыҙыҡҡа. Ике аҙналыҡ ҡыҫҡа ялдан һуң сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә Донбасҡа юллана. Ир-егеттәрҙе Башҡортостан Башлығы исеменән Башҡортостан хәрби комиссариаты баш белгесе, подполковник Дмитрий Смирнов тәбрикләп, иҫән -һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Яугирҙар отпускылары мәлендә ғаиләләренә ярҙам иткән, туғандары менән аралашҡан, мәғариф учреждениеларында уҡыусыларға батырлыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан. Ил һаҡсылары тыуған ерҙән көс алған. Улар яуҙаштарына исемле посылкалар, күстәнәс, ялан шарттарында кәрәкле ҡорамалдар, йылы йөкмәткеле хат-сәләмдәр ҙә алып бара.