Өфө районы Шмидтов ауылы белем биреү үҙәгендә Рәсәй Геройы Илдар Суфияров хөрмәтенә митинг уҙҙы

Бөгөн Өфө районы Шмидтов ауылы белем биреү үҙәгендә Рәсәй Геройы Илдар Суфияров хөрмәтенә митинг уҙҙы. Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән киткән яҡташыбыҙ ике йыл элек 12 апрелдә ҡаһармандарса һәләк булды. Геройҙың кәүҙәһе былтыр 18 сентябрҙә Өфөлә ер ҡуйынына тапшырылды.

Өфөлә Нефть эшкәртеү заводында инженер булып эшләгән Илдар Суфияров махсус хәрби операцияға 54 йәштә, үҙ теләге менән юллана. Илдар Филорет улы «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге батальон взводын етәкләй. Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған олатаһы Хәсән Суфияровтың хөрмәтенә «Хәсән» ҡушаматын ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ейән олатаһы яҙмышын ҡабатлай. Яу ҡырынан иҫән ҡайтырға насип булмай. Яугир әсирлеккә төшөргә теләмәй үҙен һәм тағы өс дошман һалдатын шартлата.

Махсус хәрби операцияға барыр алдынан беҙҙе ярты йыл тирәһе әҙерләне. Өс тапҡыр военкоматҡа барып, уны өсөнсөһөндә генә алдылар. Ысын патриот ине.

Айгөл Суфиярова, Илдар Суфияровтың ҡатыны

Быйыл Өфө районының Шмидтов ауылында асылған яңы мәктәпкә герой исеме бирелгән. Яҡындары белем усағына Геройҙың шәхси әйберҙәрен тапшырған. Уҡыусыларҙы герой рухында тәрбиәләү эше алып барыла. Яҡташыбыҙҙың һәләк булыуына ике йыл тулыуға арнап белем биреү үҙәгендә митинг уҙҙы.

Уҡыусылар алдында Дека ҡушаматлы яугир сығыш яһаны. Ул яраланғандан һуң госпиталдә дауаланған, яу ҡырына тағы барырға йыйына. Ут эсендә әле уның ике улы, ә бер туған ҡустыһы хәбәрһеҙ юғалған.

Ейәнсәрем деда һүҙендә икенсе д хәрефен әйтә алмай, мине Дека тип йөрөтә ине. Ҡушамат итеп алдым. Был мәктәптә кесе улым уҡый. Ошондай патриотик саралар йәш быуынды илһөйәр рухта тәрбиәләү өсөн кәрәк.

«Дека» ҡушаматлы яугир

Герой исемен йөрөткән белем биреү үҙәге уның исеменә саңғы ярышы уҙғарған. Киләсәктә Илдар Суфияров тураһында документаль фильм төшөрәсәктәр.

Рәмилә Исмәғилева