Республиканың йәш химиктары тотош илгә билдәле. Химия буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы Бөтә Рәсәй олимпиадаһында уңышлы сығыш яһап, призлы урындар яуланы. Уларҙың еңеүселәр рәтендә буласағына класташтары, уҡытыусылары һәм ата-әсәләре лә ышанаған. Эксперттар ҙа, бындай юғары күрһәткестәрҙең Башҡортостан йәштәренең юғары әҙерлек кимәлен һәм отаздарының һөнәри оҫталығын раҫланы. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Динияр Ғәлимов химия буйынса ҡала һәм республика кимәлдәрендәге ярыштарҙа ике йыл рәттән ҡатнаша. Быйыл уға уңыш йылмая.Ул Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабына үтеп, алтын миҙал яулай, Онлайн трансляцияны тотош мәктәп менән ҡарағанда химия уҡытыусыһы айырыуса тулҡынлана.
Тырыш уҡыусы химия фәне буйынса яҡшы әҙерлек һәм белем кимәлен күрһәтеп, тотош ил күләмендә үткән олимпиадала лайыҡлы баһа алды.Был еңеү Динияр Ғәлимов белем алған гимназия уҡытыусылары һәм уҡыусылары өсөн ҙур ғорурлыҡ.
Динияр Ғәлимов химия фәне буйынса уңыш яулауҙың нигеҙендә уҡытыусылар һәм остаздар биргән белем ята тигән ҡарашта. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабына әҙерлек барышында уға Башҡортостан йыйылма командаһы составында көсәйтелгән режимда шөғөлләнеүе яҡшы һөҙөмтә биргән.
Динияр Ғәлимов химияны 8 кластан ғына уҡый башлаған. Әммә Башҡортостанда был үҙенсәлекле фән менән ҡыҙыҡһынған талантлы уҡыусыларҙы күпкә алдараҡ асыҡлау мөмкинлеге лә көслә. Методиканы Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина эшләгән.
Химия буйынса республика йыйылма командаһын Башҡортостан Башлығы ла ҡотланы. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы. «Сириус» та химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында дипломдар буйынса беҙҙең республика Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, һөҙөмтәлелеге буйынса иң көслө 3 төбәк исемлегендә.
Башҡортостан уҡыусылары олимпиадаларҙа төп йүнәлештәр буйынса юғары әҙерлек кимәлен раҫлап, техник дисциплиналарҙа ышаныслы еңеү яулай. Республикала быйылғы олимпиадаларҙа ғына 34 диплом яуланған. Алда йәштәрҙе 15 дисциплина буйынса ярыштар көтә. Унда ла Башҡортостандың йыйылма командалары һәр ваҡыттағыса көслө һөҙөмтәләр күрһәтәсәк тип күҙаллана.
Был гимназия стеналарында химия фәне буйынса тәүге олимпиада еңеүсеһе үҫеп сыҡҡан. Унынсы класс уҡыусыһы Динияр Ғәлимов ирешелгәндәр менән генә сикләнмәй, артабан да үҙенең белемен халыҡ-ара кимәлдә Үэбәкстанда раҫларға ниәтләй.
Гүзәл Борханова