Өфөнөң «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә «Бәндәбикә» ансамбленең тәүге ҙур концерты үтте

Өфөнөң «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә «Бәндәбикә» ансамбленең тәүге ҙур концерты үтте. Сара Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тарафынан ойошторолған һәм Халыҡтар берҙәмлеге йылына арнала.

«Бәндәбикә» Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы Башҡортостан бүлексәһенең ижади коллективы ике йылдан ашыу эшләп килә. Ансамбль быйыл Өфөлә үткән «Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге» форумында республика данын да яҡлаған. Ижади коллективтың репертуары илһөйәрлек менән һуғарылған йырҙарҙан тора. Был осраҡлы түгел, ансамблдә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың яҡындары байтаҡ.

Ансамблдең тәүге концертында билдәле сәнғәт әһелдәре лә, үҙешмәкәр коллективтар ҙа ҡатнашты. Тамашаны төрлө телдәрҙәге йыр-моңдар биҙәне. Бәндәбикәләр әйтеүенсә, улар тәүге ҙур концертҡа етди әҙерләнгән, яңы йырҙар яҙҙырылған, костюмдар тектерелгән. Ижади коллектив халҡыбыҙҙың легендар ҡыҙы, тыныслыҡ символы булған Бәндәбикә исемен йөрөтә, беҙ уға тап төшөрмәҫкә тейешбеҙ, ти ансамбль ағзалары. Бәндәбикә -Ерәнсә сәсәндең ҡатыны, Башҡортостандың көньяғында 15-се быуат башында йәшәгән. Ырыуҙар араһында дуҫлыҡ булдырыу өсөн көрәшә. Күгәрсен районында Бәндәбикә кәшәнәһе әлегә тиклем һаҡланып ҡалған.