Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант. Башҡорт телен популярлаштырыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән күләмле мәғрифәтселек акцияһы 17 апрелдә үтә. Ул төрлө илдәрҙән башҡорт телендә һөйләшеүселәрҙе һәм өйрәнеүселәрҙе берләштерәсәк.
Халыҡ -ара мәғрифәтселек сараһында ҡатнашыу телде белеү кимәлен тикшереү, Башҡортостандың мәҙәни мираҫына ҡушылыу мөмкинлеге бирә. Әлеге ваҡытта башҡорт теленән халыҡ -ара диктантҡа етди әҙерлек бара. Мәғрифәтселек сараһын ойоштороусылар белдереүенсә, әлеге ваҡытта диктант яҙыу буйынса майҙансыҡтар теркәлә. Күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Пермь крайынан ҡатнашырға теләүселәр сертификаттар, ручкалар һәм бланктар менән тәьмин ителгән. Әлеге ваҡытта башҡорт теленән халыҡ -ара дикттан яҙыу платформаларына Ҡытай, Төркиә, Американан теркәлеү үтеүселәр әүҙемләшкән.