Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 6 юл участкаһында хәрәкәт сикләнгән, 4 районда күпер өҫтөнә һыу сыҡҡан. Өфөнөң 52 баҡсасылыҡ ширҡәтенә һыу ингән, йорттарҙы һыу баҫыу осраҡтары теркәлмәгән. Һуңғы тәүлектә Мәләүез районының Түбәнге Таш ауылы янында Нөғөш йылғаһы -127, Дәүләкән районында Ҡамсылытамаҡ ауылы эргәһендә Өршәк йылғаһы 110 сантиметрға күтәрелгән, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел йылғаһы 7 сантиметрға кәмегән.