Ҡаланы йәшелләндереү барышында ҡарағай, алма, саған ағастары, ҡыуаҡлыҡтар ултыртыла. Бынан тыш, скверҙа юл һалына, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Яҙғы “Йәшел Башҡортостан” акцияһында 1700 төп ағас, 5 мең ярым самаһы ҡыуаҡлыҡ ултыртыла. Һәр районда тематик аллеялар булдырыла, әле әҙерлек эштәре бара, тип белдерәләр баш ҡала хакимиәтенән.