Әле 23 районда ужым культураларын туҡландырыу, 17 районда күп йыллыҡ үләндәргә ашлама индереү бара, шулай уҡ баҫыуҙарҙа дым ҡаплатыу, тырматыу эштәренә төшкәндәр. Баҫыу эштәре планлы алып барыла, тупраҡ әҙерлегенә һәм көндәр йылыныуына ҡарап йәнләнәсәк, тип белдерәләр Ауыл хужалығы министрлығынан.