Нөгөш йылғаһы Мәләүез районы Түбәнге Таш ауылы эргәһендә 127 сантиметрға күтәрелеп, һыу кимәле 2 метрҙан ашҡан. Өршәктә Дәүләкән районы Ҡамсылытамаҡ ауылы янында күрһәткес 280 сантиметрға еткән. Шул уҡ ваҡытта Ағиҙелдә һыу ҡайта башлаған.
Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында 7 сантиметрға түбәнәйеп, әле 4 метр ярымдан саҡ ҡына кәмерәк. Белорет, Шишмә, Яңауыл райондарында һәм Өфөлә алты юл участкаһында хәрәкәт сикләнгән килеш ҡала. Баҡалы. Бишбүләк, Борай һәм Стәрлетамаҡ райондарында 4 күпер әлегәсә һыу аҫтында. Өфөлә 52 ихата алды участкаһын һыу баҫҡан. Оло һыу торлаҡ йорттарға үтеп инмәгән.