Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған «Фән тураһында фәнни туризм» проекты сиктәрендә тәүге экскурсиялар. Проектҡа Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында старт бирелде.
Үҙенсәлекле проект республиканың урта һәм өлкән класс уҡыусылары, колледж студенттары өсөн фәнгә яңы ҡараш тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Экскурсияға саҡырылған тәүге төркөмдә башҡаланың 74-се мәктәбе уҡыусылары углевод теххнологиялары һәм степкоскопия лаборатлрияһы эшмәкәрлеге менән танышты. 3 д моделләү, киберфизика кабинеттарында булды. Техник фәндәр менән етди шөғөләнеүсе ғадимдар менән аралашты.