Балаҡатай урмансылары махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам оҙатты

Хәрбиҙәр үтенесе буйынса дрондар, тотороҡло интернет өсөн ҡоролмалар алып барылды.  Ҡыҫҡа  ялға ҡайтҡан  "Лесник" ҡушаматлы яугир Ришат Сафин урман хужалығы коллективы менән осрашты, рәхмәт белдерҙе. Ул 2023 йылда контракт төҙөгән. Бөгөн Краматорск йүнәлешендә хәрби бурысын үтәй,  радиоэлектрон көрәш операторы  булып хеҙмәт итә.