Ил хөкүмәте комиссияһы ултырышында 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса рейтинг иғлан ителде. Башҡортостанда 3 йәштән 17 йәшкә тиклем 726 меңдән ашыу бала спорт һәм физкультура менән даими шөғөлләнә. Бының өсөн шарттар булдырыла. Һуңғы йылдарҙа күрһәткестәрҙең яҡшырыуы теркәлгән.