Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Яҙғы өмәлә урам-ихаталарҙан тыш, юлдар һәм йәмәғәт майҙансыҡтары тәртипкә килтереләсәк. Ултырышта йәйгә студенттарҙы эшкә урынлаштырыу, яугир-ветерандарға ярҙам итеү һорауҙары ҡаралды, яҙғы ташҡын эҙемтәләренә йомғаҡ яһалды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Республикала шәмбе өмәләре башланды. Ихата-урамдарҙан тыш, йәмәғәт майҙансыҡтарын. трассаларҙы да тәртиптә тотоу мөһим. Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров федераль трасса участкалары бысраҡ булыуына дәғүә белдерҙе. Иғтибар талап ителгән юлдар был аҙнала уҡ таҙартылырға тейеш. Ултырышта юл соҡорҙарын ямау мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә булды.
Радий Хәбиров юл-урамдарҙы таҙартыу буйынса Салауат һәм Ишембай ҡалаларын өлгө итеп ҡуйҙы. Ҡар иреү менән майҙандар тәртипкә килтерелгән.
Уҙған аҙнала ойошторолған шәмбе өмәләрендә Өфөлә генә 60 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Уртаҡ көс менән ҙур күләмдә сүп-сар, былтырҙан ҡалған япраҡтар һәм башҡа ҡалдыҡтар йыйылған. Республика буйынса берҙәм өмә көнө тип 18 апрель билдәләнде. Бынан тыш, Йәшел Башҡортостан экологик акцияһы сиктәрендә ағас, ҡыуаҡтар, сәскә ултыртыу эштәре планлаштырылды. Шәмбе өмәләрендә ҡатнашҡанда талпандарҙың әүҙемләшеүе, уларҙың күп булыуы тураһында онотмаҫҡа кәрәклеге лә билдәләнде.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров студент отрядтарына ярҙам һорауҙарына ла туҡталды. Йәштәрҙең һөнәри үҫеше мәсьәләләре дәүләт кимәлендә ҡаралырға тейеш. Быйыл йәй республикала 13 мең студент төрлө ойошма-предприятиеларға эшкә урынлашыр тип күҙаллана.
«Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусы яугирҙарҙы эшкә урынлаштырыу һорауҙары ла иғтибар үҙәгендә булды. Илһөйәрлек проекты сиктәрендә ветерандар бөтә кимәлдәге идара итеү командаларына әүҙем йәлеп ителә. Улар ауыл биләмәләрен етәкләй, депутат эшмәкәрлеген алып бара. Был йүнәлештә эште артабан дауам итеү маҡсаты ҡуйылды. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров яҙғы ташҡында граждандарға ярҙам итеүсе ведомстволарға рәхмәтен еткерҙе. Ҡотҡарыусылар үҙ эшен юғары кимәлдә башҡарып ҡурҡыныс эҙемтәләрҙе кисектерҙе.
Флорида Миһранова