Телефон мутлашыусылары көндән-көн яңы алымдар ҡуллана

Кеше алдап байыусылар махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар исемен файҙаланыуҙан да тартынмай. Улар дәүләт фонды хеҙмәткәрҙәре исеменән шылтыратып шәхси мәғлүмәттәр һорай. Башлыса мутлашыусылар һәләк булыусыларға бушлай ер участкаһы бирелергә тейеш тигән һылтау менән кешенең башын бутай.

«Ватанды һаҡлаусылар»фонды филиалы Эске эштәр министрлығы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән. Уға ярашлы, халыҡты төрлө мутлашыу схемаларынан аралау саралары күрелә. Фонд хеҙмәткәрҙәре месенджерҙарҙа шәхси мәғлүмәт ебәрмәҫкә тәҡдим итә. Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә дәүләт ярҙамы тик фонд бүлексәләрендә һәм шәхсән мөрәжәғәт иткән осраҡта күрһәтелә.