Башҡортостанда иң төньяҡ виноград плантацияһында яҙғы миҙгел башланды


Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Кушнаренко селекция үҙәгендә яҙғы эштәр башланды. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре емеш- еләктәрҙең нисек ҡышлағанын тикшерә, виноградтарҙы сығара.

Апрель селекция үҙәгендә ҡыҙыу осор. Хеҙмәткәрҙәр тупраҡ менән ҡапланған виноградтарҙың ботаҡтарын ҡаҙып ала. Наталья Юрьевна был эштә егерме йылдан ашыу, виноградтың туңғанмы, юҡмы икәнен шунда уҡ билдәләй. Йылы яҡ емешенең ҡыуағын ҡырҡып ҡарау менән дә белергә була. Был ваҡытта ботаҡтар буйлап һут йөрөй башлай.

Виноград питомникта 1936 йылдан бирле үҫтерелә. Кушнаренко селекция үҙәгендә Рәсәйҙәге иң төньяҡ виноград плантацияһы урынлашҡан. Тап бында һыуыҡҡа сыҙамлы виноград сорттары емеш бирә, уларҙан теләһә ниндәй һауа шарттарында ла уңыш алырға мөмкин. Виноградтың 46 сорты һәм гибриды үҫтерелә, шуларҙың бишәүһе Башҡортостанда сығарылған һәм дәүләт реестрына индерелгән.

Йылы яҡ емешен Башҡортостанда үҫтереүгә ғалим-селекционер Лидия Стреляева, Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы, СССР Дәүләт премияһы лауреаты, ғалим-селекционер Лидия Стреляева нигеҙ һалған.


Ҡарағай, Амур, Башҡорт, Юбилейный, Находка- Лидия Стреляева сығарған виноградтың башҡорт сорттары. Яҡшы ҡышлайҙар, беҙ уларҙы ҡапламайбыҙ.

Наталья Старцева, Кушнаренко селекция үҙәге етәксеһе

Селекция үҙәгенең 286 гектар ере бар. Виноградтан тыш алма, груша, ҡарағат, ҡурай еләге һәм башҡа емеш-еләктең яңы сорттары сығарыла, өйрәнелә.

Венера Зарипова бында утыҙ йылға яҡын эшләй, ғилми хеҙмәткәр әйтеүенсә, бер сортты сығарыуға ла тап шул тиклем ваҡыт китеүе ихтимал.


Алма, груша, ҡарағат һәм ҡурай еләгенең төрҙәрен сығарабыҙ. Йылы яҡтан килтерелгән сорттарҙы бындағыһы менән ҡушып ниндәй уңыш биреүен, һалҡын климатҡа сыҙамлығын ҡарайбыҙ, өйрәнәбеҙ. Мөмкин тиклем беҙҙең һыуыҡ ҡыштарға яраҡлашҡан сорттар сығарырға тырышабыҙ.

Венера Зарипова, Кушнаренко селекция үҙәге өлкән ғилми хеҙмәткәре

Селекция үҙәге үҫентеләрҙе һатыуға ла сығара. Тик үҙ базаһында ғына. Өфөлә йәки башҡа урындарҙа һатыу нөктәләре юҡ. Көҙҙән ҡалған үҫентеләрҙе тиҙҙән һатыуға сығармағсылар.

Рәмилә Исмәғилева