Өфөнөң «Ағиҙел» командаһы икенсе йыл рәттән Рәсәй чемпионы исемен яуланы

Валерий Дәүләтшин тәрбиәләнеүселәре Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының финал серияһында «Торнадо» клубы менән осрашты. Яҡташтарыбыҙ дәғүәселәрен 4-0 иҫәбе менән ҡыйратты. Воскресенск ҡалаһындағы һуңғы уйында Ағиҙел буйы ҡыҙҙары минималь иҫәп менән еңеү яуланы. Берҙән-бер шайбаны Мария Баталова индерҙе, ә ҡапҡасы Валерия Тараканова бар һөжүмдәрҙе лә кире ҡаҡты. Шулай итеп, Өфө командаһы Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы тарихында алтынсы тапҡыр төп трофейға лайыҡ булды. Гүзәл заттарыбыҙ былтыр ҙа Рәсәйҙә иң көслөһө тип танылды.