Баймаҡта «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды вәкилдәре менән осрашыу уҙҙы

Ватан һаҡсыларының ғаиләләренә психологик, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам. Баймаҡта «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды вәкилдәре менән осрашыу уҙҙы. Сараға Урал аръяғы райондарының махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың яҡындары саҡырылды.

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда күсмә акция ойошторҙо. Был сараның маҡсаты-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә бер урында комплекслы психологик, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү. Консультация майҙансығында 300-ҙән ашыу кеше һорауҙарына яуап алды.

Гөлнур Ҡолһарина «Үҙ ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе» клубы эшендә ҡатнашты. Ул «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» һәм махсус хәрби операция үткәреүҙә ҡатнашҡандарҙың аталарына «Ватанды һаҡлаусы атаһы» йәмәғәт миҙалдарын тапшырҙы. Өс хәрби ветеран социаль контракт төҙөүгә кәңәштәр алды.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам иткәндә хәстәрлек, хөрмәт һәм ғәҙеллек төшөнсөләренә таянып эш итә. Быны психологик, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам буйынса үткән республика акцияһы асыҡ дәлилләй.