Өфөлә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының ҙур концерты үтте

Йәш быуындың көтөп алған ваҡиғаһы. Өфөлә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының ҙур концерты үтте. Был юлы ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, шулай уҡ Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналды.

Сәхнәлә телеканалдың вокал студияһы, «Сулпылар», «Елкән» конкурстары еңеүселәре, республикабыҙҙың һәләтле балалары,алдынғы бейеү коллективтары сығыш яһаны. Балалар менән бергә башҡорт эстрадаһының билдәле артистары сыҡты. Улар араһында «Тамыр»ҙа ҡанат нығытҡан, хәҙер инде исемдәре сәхнәлә йыш яңғыраған йырсылар ҙа булды.

Йыл һайын «тамырҙар» тамашасыларын яңы йырҙар, ҡыҙыҡлы номерҙар менән ҡыуандыра. Тап шуның өсөн дә һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, концертҡа әҙерлек бер нисә ай дауамында барған. Тыуған телде һәм йолаларҙы үҫтереүгә айырыуса ҙур әһәмиәт бирелгән.