Табиптар араһында СИМ-травмалар тигән яңы төшөнсә лә барлыҡҡа килгән. Йәғни, СИМ - шәхси мобиллек сараларында йөрөп алған йәрәхәттәр. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе балалар һәм барыһы ла тиерлек тиҙлек арттырған, ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән һәм һаҡланыу саралары кеймәгән.
Дүрт йыл самокатта йөрөү тәжрибәһе булыуға ҡарамаҫтан, ҡолап аяҡтарын һындырған. Ә бит, ни бары дуҫының самокатында шәплеген күрһәтергә маташҡан. Инде аҙнанан ашыу Ленар дауаханала ятырға мәжбүр. Хәҙер уның дуҫы аяҡ бармағына төшөрөлгән кеше һүрәте.
Күрше карауатта ятҡан Әмир ҙә ошондай уҡ сәбәп менән дауаханаға эләгә. Самокатта уҙыш ойошторған. Һөҙөмтәлә янбаш һөйәге һынған. Шәхси мобиллек сараларында йәрәхәтләнеүселәр ҡырҡа айырылып тора, ти табиптар. Ябай ҡолауҙан айырмалы, бындай пациенттарҙың баш һөйәге имгәнеүе, яңаҡ сығыуы һәм аяҡ-ҡулдарҙың һыныуы күҙәтелә. Эске органдар ҡайһы саҡта автомобилдәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһындағы шикелле йәрәхәтләнә.
Самокаттар сәғәтенә 25 килметр тиҙлек менән һәм тауышһыҙ йөрөй. Тап ошо сифаттар аварияларға килтерә лә инде.Бындай шарттарҙа тиҙлекте көйләү мөмкин түгел һәм үҫмер үҙе лә аңғармаҫтан асфальтҡа ҡолай. Үҙе генә йәрәхәтләнһә бер хәл. Йыл башынан мәҫәлән башҡаларҙы төкөтөү һәм автомобилдәргә бәрелеү осраҡтары ла теркәлгән. Автоинспекторҙар әйтеүенсә, юл ҡағиҙәләрен иңҡар итеүселәр төп ҡағиҙәне онота. Велосипед йәки самокаттарға атланғандар икән, уларҙың барыһы ла "Водитель"
Самокаттар миҙгеле асылыу инспекторҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә көсөргәнешле миҙгелгә әйләнә. Күңелһеҙ статистиканы тулыландырмаҫ өсөн ни бары тиҙлек арттырмау ҙа етә. Кире осраҡта туҡталҡа дауаханала булыуы ихтимал.