Хәйбулла районында 3 белем биреү учреждениеһын күләмле яңыртыу көтә. Эштәр «Ғаилә», «Йәштәр һәм балалар» милли проекттары буйынса алып барыласаҡ. Был исемлеккә Аҡъярҙың «Бәпембә» балалар баҡсаһы ла ингән. 150 урынға иҫәпләнгән ике ҡатлы бина 1979 йылда төҙөлгән. Ярты быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә тәҙрәләр һәм йылытыу системаһы ғына алмаштырыла, өлөшләтә косметик ремонт башҡарыла. Проект буйынса балалар баҡсаһы тыштан да, эстән дә тулыһынса яңыртыласаҡ. Финанслау федераль, республика һәм урындағы бюджет иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Ремонт ваҡытында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм хеҙмәткәрҙәре райондың башҡа учреждениеларына күсерелә.