Өфө районы фронтҡа гуманитар ярҙам оҙатҡан

Ылауҙы хакимиәт башлығы Николай Ельников оҙатып барған. Хәрбиҙәргә мотоцик, генератор, бронежилеттар, медицина препараттары, шулай уҡ маскировҡа селтәрҙәре, окоп шәмдәре, шәхси посылкалар тапшырылған. “Бындай сәфәрҙәр фронттағы хәлдәрҙе белеү, ир-егеттәрҙең көнкүрешен, ихтыяждарын аңлау өсөн мөһим. Ил һаҡсылары ҡыйыу алыша. Уларға уңыштар теләйбеҙ, Еңеү менән көтәбеҙ”, - тип белдергән Николай Ельников.