Ул донъя чемпионаты призеры менән осраша. Өфөгә Олимпия уйындарында ҡатнашҡан Баходур Усмонов килә. 12 раундлы алыш бокс буйынса халыҡ-ара турнирҙың төп сараһы иҫәпләнә. Артур Собханғолов - Рәсәй чемпионаттары призеры, Европа чемпионы билбауына эйә. Быйыл февралдә Филиппин спортсыһы Верджил Виторҙы еңде. Был яҡташыбыҙҙың карьераһындағы мөһим уңыштарҙың береһе иҫәпләнә. Өфөлә уҙған турнирҙа шулай уҡ Азалия Әминева һәм Данис Ғабдрафиҡов ҡатнаша. Азалия Нигерия вәкиле, Данис Ҡаҙағстан спортсыһы менән осраша. Ярышҡа 12 йәштән өлкән көйәрмәндәр инә ала.