Иртәгәнән йорттарға йылы биреү туҡтатыла. Был туралағы ҡарарға баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған. Документ һуңғы көндәрҙә уртаса һауа температураһы 8 градустан юғары булыуға бәйле ҡабул ителгән. Үҙгәреш үҙәкләштерелгән йылытыу системаһына тоташтырылған йорттарға ҡағыла.