Башҡортостан яугиры уҡыу курсы үткәндән һуң, БПЛА операторы булып махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Был турала «Бүре» ҡушаматлы егет БСТ каналына биргән интервьюһында белдерҙе. Хәрби биләмәгә барыр алдынан ул уҡыу үҙәгендә махсус курс үҙләштергән. Шулай уҡ ул дрон йөрөтөүҙәге тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты.
Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһында хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре: хеҙмәт дистанцион рәүештә, хәрби хәрәкәттәр һыҙығынан алыҫта башҡарыла, хәүефһеҙлек кимәле бик юғары, хәрбиҙең һаулығына һәм ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Унда башлыса машиналар эшләү, айти технологиялар өлкәләрендә эшләгән, компьютерҙы программа менән тәьмин итеү ысулдарын белгән тәжрибәле ир-егеттәр алына. Контракт бер йылға төҙөлә, артабан уны өҙөргә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин. Бынан тыш, хәрбиҙең һөнәре һаҡлана-уны үҙенең ризалығынан тыш башҡа ғәскәргә күсереп булмай. Контрактты 18 йәштән 45 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Төбәк уҡыу йорттарында пилотһыҙ осоу аппараты менән идара итеү операторы һөнәренә уҡыу мөмкинлеге лә бар. Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһы менән контракт Өфөнөң Киров районы, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса «Черемушки» шифаханаһы биләмәһендә төҙөлә.