Тап 1986 йылдың апрелендә Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында көслө шартлау яңғырай. Радиоактив зарарланыу Украина, Белоруссия һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәренән тыш, бөтә Европа илдәренә тарала. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә Советтар Союзынан меңәрләгән кеше йәлеп ителә. Улар араһында Башҡортостандан ун меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Кешелек радиация һәләкәтендә ҡорбандарын иҫкә алыу маҡсатында йыл да матәм саралары үтә. Өфөнөң Калинин районында үткән осрашыуҙа ҡатнашыусылар иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды. Илһөйәрлек рухында һуғарылған концерт программаһы тәҡдим ителде.