17 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтә

Ә иртәгә, 17 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтә. Майҙансыҡтар мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында, шулай уҡ республиканың башҡа төбәктәрҙәге һәм илдәрҙәге вәкиллектәрендә ойотошторола. Шәхсән ҡатнаша алмаусылар өсөн рәсми сайт аша онлайн-форматта ҡатнашыу мөмкинлеге ҡаралған. БСТ телеканалында тура эфир иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Яҙма эштә онлайн һәм майҙансыҡтарға шәхсән барып ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн алдан акцияның сайтында майҙансыҡ һайларға һәм теркәлергә кәрәк. Йәш һәм йәшәү урыны буйынса сикләүҙәр юҡ. Диктантты өйҙә лә яҙырға мөмкин. Онлайн форматта ҡатнашыу өсөн проекттың рәсми сайтына инергә кәрәк. Эштәр 17 апрель төнгө сәғәт 12-гә тиклем ҡабул ителә.