Башҡортостанда май байрамдары алдынан хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штабының берләштерелгән ултырышын уҙғарҙы. Уның эшендә төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар, көс структуралары, оператив хеҙмәт етәкселәре ҡатнашты. Яҡынлашып килгән май байрамдарында йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәлә итеп күтәрелде. Төбәк башлығы халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа контролде көсәйтеү бурысын ҡуйҙы, барлыҡ көстәр ҙә юғары әҙерлек режимында булырға тейеш. Бынан тыш, ултырышта төбәктең инфраструктура һәм сәнәғәт объекттарын террор һөжүменән һаҡлау буйынса өҫтәмә саралар ҡаралды.